“БЛАГОВАРСКИЕ ВЕСТИ” (“Благовар хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Хеҙмәт байрағы” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Благовар р‑ны Языков а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Благовар хәбәрләре”) телдәрендә сыға. 1935 й. июленән урыҫ һәм татар телдәрендә “Сталинский путь” һәм “Сталин юлы” (икеһе лә — “Сталин юлы”) исемдәре м‑н сыға башлай, 1957 й. алып — “Знамя труда” һәм “Хезмәт байрагы” (икеһе лә — “Хеҙмәт байрағы”) булараҡ, 2006 й. алып хәҙ. исемдәрҙә нәшер ителә. 2007 й. башлап ай һайын башҡ. телендә “Благовар хәбәрҙәре” ҡушымтаһын сығара. 1963—66 йй. нәшер ителмәй.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика