“БЛАГОВАР”, тоҡомло ҡошсолоҡ з‑ды, ДУП. Тоҡомло өйрәкселек продукцияһы етештереү б‑са РФ‑та сәнәғәт тибындағы берҙән‑бер пр‑тие. Благовар р‑ны Языков а. урынлашҡан. “Б.” составында төп етештереү цехтары: нәҫел көтөүе, инкубация, һимертеү, ҡоштар һуйыу (бөтәһе лә 1977 й. нигеҙләнгән); ярҙамсы цехтар: биол. препараттар эшләп сығарыу (1990), икмәк бешереү (1995) һ.б.; фәнни секторҙар: генетика һәм селекция, иҫәпләү техникаһы һәм программалар м‑н тәьмин итеү, ашатыу (бөтәһе лә — 1995) һ.б. 2009 й. 610 кеше эшләгән. Ер майҙаны — 9589 га, ш. иҫ. ауыл хужалығы ерҙәре — 9233 га. Өйрәктәр һаны 105 мең тәшкил иткән, йомортҡа һалыусанлыҡ — йылына 259 йомортҡа, өйрәк бәпкәләре сығарыу — 79%, себештәр һаҡланғанлығы — 93%, йомортҡа етештереү — 7,3 млн дана, ит — 260 т. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, Ҡаҙағстанға, Молдавияға, Украинаға һ.б. сығарыла. 1977 й. “Благовар” ҡошсолоҡ ф‑каһы булараҡ нигеҙ һалына, 1995 й. алып “Б.” тоҡомло ҡошсолоҡ з‑ды, 2000 й. — “Башптицепром” ДУАХП бүлендек пр‑тиеһы, 2004 й. хәҙ. статусын ала. 1997 й. селекция ваҡытында ҡош аҫрау технологияһы уйлап табыла һәм патентлана, 1998 й. пекин тоҡомло өйрәктәрҙең “Благоварский” ике линиялы кросы, 2001 й. өйрәктәрҙең башкирские цветные тоҡомо, 2009 й. ҡаҙҙарҙың уральские белые тоҡомо сығарыла. “Б.” м‑н Т.Ф.Сәйетбатталов эшмәкәрлеге бәйле.

Р.Р.Ғадиев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика