БЛАГОВАР, Благовар р‑нындағы ауыл, Благовар а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Ҡармалы й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 221 кеше; 1939 — 603; 1959 — 1319; 1989 — 1895; 2002 — 1923; 2010 — 2061 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге бар.

1912 й. Өфө өйәҙендә Мәскәү—Ҡазан т. юлының Бөгөлмә—Шишмә участкаһын (хәҙ. Куйбышев т. юлы участкаһы) төҙөгән ваҡытта т. юл ст. булараҡ нигеҙ һалына. 1920 й. Б. станцияһы ҡасабаһы (61 кеше йәшәгән) һәм Б. ҡасабаһы (160 кеше) теркәлгән. 50‑се йй. аҙағына ауылға 1910 йй. нигеҙләнгән Б. станцияһы ҡасабаһы, 708 км т. юл будкаһы, 711 км т. юл казармаһы һәм 30‑сы йй. нигеҙләнгән Прожектор а., МТС үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы ҡушылған. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Ә.Р.Ғайсин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика