БИӘЗ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Озерки а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 55 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 160 км алыҫлыҡта Ҡорош й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 73 кеше; 1959 — 100; 1989 — 241; 2002 — 227; 2010 — 174 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

20 б. 30‑сы йй. утар булараҡ нигеҙ һалына, 1956 й. алып Магинск урман сәнәғәте хужалығының Ҡорош ағас-таҡта әҙерләү пунктының Б. ҡасабаһы. 90‑сы йй. аҙ. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика