АБРАМОВА Ирина Евгеньевна (18.3.1974, Калининград ҡ.), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2000). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1999). Мәскәү физик культура акад. тамамлаған (2002). Обнинск ҡ. ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе. 1997—2001 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, “Ирбис” спорт клубы һәм уҡыу-күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай (тренерҙары А.А.Ефимов, Ю.Г.Кириченко һәм Б.И.Шейко). Донъя, Европа һәм Рәсәй чемп. (1999—2001), Рәсәй Кубогын яулаусы (1998—2000), донъя һәм Европа (1998), Рәсәй (2001) чемпионаттарының көмөш призёры. Үҫмер спортсылар араһында Европа һәм Рәсәй чемпионаттарының (1996, 1997) көмөш призёры, 60 кг тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында 11 тапҡыр донъя һәм Европа рекордсыһы (1998—2001). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1997—2001).

У.Ғ.Ямғыров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке