БИШУЛ, табын ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе составындағы ҡәбилә. Ырыу составы: Б. һәм Б.‑уңғар. Тамғалары: . Этник яҡтан Алтай һәм Үҙәк Азия төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Бишул” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, нуғайҙарҙа, үзбәктәрҙә билдәле. 8—9 бб. Б. Урал буйының көньяҡ-көнбайышына төйәкләнә, унда боронғо венгрҙар, төрки һәм фин-уғыр ҡәбиләләре м‑н ҡушылып китә. 12—14 бб. ҡатай һәм табын ҡәбиләләре йоғонтоһонда була. 14—15 бб. Б. Ағиҙел һәм Өфө йй. араһында йәшәй, 18 б. Аҡкүл буйындағы терр‑яларҙы биләй. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Нуғай даруғаһының Бишул улусын тәшкил итә. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашҡан өсөн, Б. үҙ ерҙәренән ҡыуыла һәм Ағиҙел буйы уйһыулыҡтарына ҡумрыҡ, меңле, табын ҡәбиләләре ерҙәренә керҙәштәр сифатында урынлаша. 18—19 бб. аҙағында Б. йәшәгән терр‑я — Стәрлетамаҡ өйәҙенә һәм Өфө өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 7‑се һәм 8‑се башҡ. кантондарына ҡарай (1798—1854 йй.). Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән терр‑я Ҡырмыҫҡалы р‑нына инә.

Әҙәб.: Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. Уфа, 2001; Камалов А.А., Камалова Ф.У. Атайсал. Уфа, 2001.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика