БИШТИН, Благовещен р‑нындағы ауыл, Илек а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 49 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Оло Ҡурғаш й. (Уҫы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1805 кеше; 1920 — 1824; 1939 — 1147; 1959 — 759; 1989 — 383; 2002 — 227; 2010 — 169 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡаршын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1731 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. Шулай уҡ Биштик, Биштым, Уҫыбаш исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 119 йортта 800 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет, бакалея кибете теркәлгән. Т.И.Мостафин ошо ауылда тыуған.

Ә.Ғәрүәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика