БИШМӘТ, башҡорттарҙың оҙон салғыйлы, билле, эслекле, еңле, төймәле өҫ кейеме. Ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙ Б. булған. Б. фабрикала туҡылған ҡараһыу төҫтәге кизе‑мамыҡ туҡыманан, һирәгерәк Урта Азия ебәгенән (әҙрәс) тегелгән. Ҡатын‑ҡыҙ Б., нигеҙҙә, еңел булған, Башҡортостандың төньяҡ һәм көнбайыш төбәктәрендә; ирҙәр өсөн Б. еңел бөтә ерҙә лә, мамыҡтан һырылғандары Урал аръяғында һәм тау‑урман райондарында таралған. Башҡортостандың көньяҡкөнбайыш райондарында ш. уҡ билле ҡыҫҡа Б. кейгәндәр. Ҡатын-ҡыҙ Б. уҡа м‑н биҙәлгән. Б. камзул, күлдәк өҫтөнән кейелгән. Көндәлек йәки байрам кейеме. Ҡалымға ингән. Күп кенә Кавказ, төрки һәм ҡайһы бер финуғыр халыҡтарында осрай.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

 

 

Яндекс.Метрика