БИШҠУРАЙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Бишҡурай а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 104 км алыҫлыҡта Биәтьяҙы й. (Кеүәш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1352 кеше; 1920 — 1666 (Кесе Бишҡураз а. халҡы м‑н бергә иҫәпләнгән); 1939 — 1142; 1959 — 740; 1989 — 543; 2002 — 469; 2010 — 433 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Ҡырғыҙ улусы башҡорттары нигеҙ һала, 1751 й. алып алып Бишҡураз исеме м‑н билдәле. Исеме беренсе төпләнеүселәрҙең ауылға нигеҙ һалыу хөрмәтенә 5 әтәс (фарсыиран телендә ҡураза — әтәс) салыуы т‑дағы риүәйәткә бәйле. Һуңыраҡ керҙәшлек шарттарында бында татарҙар килеп ултыра. 1958 й. һәм 1865 й. араһында Кесе Бишҡураз (хәҙ. Кесе Бишҡурай) бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәс, Оло Бишҡураз булараҡ иҫәпкә алынған. 1795 й. 41 йортта 277 кеше йәшәгән, 1865 й. 112 йортта — 680 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, сабата үреү, кейеҙ баҫыу, балта һәм тегенселек эштәре, мейес сығарыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 3 мәсет, бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика