БИШҠАЙЫН УРТА МӘКТӘБЕ, Ауырғазы р‑ны. 1879 й. сиркәүәхәллә мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1886 й. алып 1 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы, 1919 й. — 1‑се баҫҡыс дөйөм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1954 й. хәҙ. статусын ала. Интернаты, тарихтыуған яҡты өйрәнеү музейы, уҡытыу оҫтаханалары, йәшелсә һаҡлағысы һ.б. бар. 1886 й. алып уҡыу йортон 3 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында И.М.Борисов, В.В.Николаев, А.Н.Тихонов.

И.В.Герасимов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика