БИШҠАЙЫН МӘМЕРЙӘҺЕ, Ауырғазы р‑ны Бишҡайын а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Аҡташ инешенең (Ағиҙел й. басс.) һул ярында урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, аҫҡы пермдең көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән. Тоҡҡа оҡшаш, сикләнгән, 2 залдан тора. Тәүгеһенең оҙонлоғо 10 м, киңлеге 8 м, бейеклеге 3,5 м; икенсеһенеке ярашлы рәүештә — 11 м, 7 м һәм 8 м. Т‑раһы −2°С. Ҡышын стеналары һәм иҙәне туңа, йыл буйына иремәй торған боҙ барлыҡҡа килә.

А.Ф.Ниғмәтуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика