АБРАМОВ Виталий Константинович (5.5.1947, Украина ССР‑ы Изварино ҡсб), хужалыҡ эшмәкәре. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин‑тын (Өфө, 1977) тамамлаған. 1964 й. алып ӨПЭПБ-ла эшләй: 1980 й. башлап цех, бүлек нач., 1983 й. — дир. урынбаҫары, 1989 й. — етештереү б‑са ген. дир. урынбаҫары, 1992 й. — ген. директор. 1994—96 йй. ӨАПБ-ның ген. дир. урынбаҫары. А. етәкс. ӨПЭПБ-ла ракета техникаһы өсөн цифрлы борт иҫәпләү машиналары, самолёттар өсөн навигация комплекстары (ҡара: Авионика), “Мир” орбиталь станцияһы һәм “Прогресс‑М” йөк карабы өсөн приборҙар, Ка‑50 вертолёты өсөн аппаратура эшләп сығарыу үҙләштерелә; нефть сығарыу сәнәғәтенең таралып урынлашҡан объекттары өсөн РФ‑та тәүге “Скат” мәғлүмәт-идара итеү системаһы эшләнә. СССР-ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1989). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

К.Ш.Гәрәева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018