БИШКӘЗӘ, Бишҡайын, Шишмә р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Уртакүл й. (Ҡармасан й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 570 кеше; 1920 — 714; 1939 — 827; 1959 — 575; 1989 — 355; 2002 — 373; 2010 — 285 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға Өфө өйәҙе Ҡаршын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1792 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18 б. 60‑сы йй.) керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр һәм типтәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 61 йортта 353 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. М.Ф.Ғәйнетдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика