БИШЕНСЕ АРМИЯ, РККА‑ла. 1918 й. июлендә Көнсығыш фронт командующийы М.А.Муравьёв директиваһы б‑са Ҡыҙыл Армияның Ҡазан янында хәрәкәт иткән айырым отрядтарынан ойошторола. 5‑се, 24—27‑се, 29‑сы, 30‑сы, 35‑се, 62‑се уҡсылар, 1‑се Себер уҡсылар, 4‑се Петроград пехота, 5‑се кавалерия див. торған. Көнсығыш фронт (1919 й. апр.—майында Көньяҡ армиялар төркөмө) составына инә, 1920 й. ғин. алып үҙ аллы. Граждандар һуғышы барышында Волга буйында, Уралда һәм Себерҙә Халыҡ армияһы һәм Рус армияһы частарына ҡаршы хәрәкәт итә. 1918 й. сент. — Ҡазанды, окт. — Бөгөлмә ҡ., нояб. һәм дек. — Бәләбәй ҡ., 31 дек. Өфөнө ала. Златоуст операцияһында, Ҡазан, Өфө операцияларында һәм Силәбе операцияһында ҡатнаша. 1919 й. мартында Рус армияһы һөжүме ваҡытында Волга й. сигенә. Апр. алып Көнсығыш фронттың контрһөжүмендә ҡатнаша, майҙа — Боғорослан, Бөгөлмә ҡҡ., июндә — Бөрө ҡ. һәм Өфөнө, июлдә Златоуст ҡалаһын ала. 1922 й. таратыла. Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1919). Командующийҙары: Ж.К.Блюмберг (1918 й. алып), М.Н.Тухачевский (1919 й. апр. алып), Г.Х.Эйхе (1919 й. нояб. алып), М.С.Матиясевич (1920 й. февр. алып), И.П.Уборевич (1921 й. авг. — 1922).

Р.С.Таймаҫов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика