БИШБҮЛӘК УРТА МӘКТӘБЕ №1, Бишбүләк р‑ны. 1868 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ-сыуаш) булараҡ нигеҙ һалына, 1923 й. алып 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1935 й. хәҙ. статусын ала, 1982 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Музейы, уҡытыу оҫтаханалары, умарталығы бар. Урта мәктәпте 5,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында Т.И.Ахунйәнов, П.И.Миронов.

В.В.Булатов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика