БИШБҮЛӘК РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Бәләбәй, көнсығышта Әлшәй һәм Миәкә р‑ндары, көньяҡта һәм көньяҡ‑көнбайышта — Ырымбур өлк., көнбайышта Йәрмәкәй р‑ны м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бәләбәй кантоны улустары инә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Бәләбәй р‑нына индерелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан ойошторола. Майҙаны — 2134 км2. Адм. үҙәге — Бишбүләк а., Өфөнән көньяҡ‑көнбайышҡа 230 км һәм Приют т. юл ст. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 39,6; 1959 — 37,8; 1989 — 27,7; 2002 — 28,0; 2010 — 26,1. Милли составы (2002): сыуаштар — 35,7%, татарҙар — 26,3%, башҡорттар — 21,5%, урыҫтар — 11,1%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 12,8 кеше/ км2. Районда 13 ауыл советы, 85 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Бишбүләк (6,4 мең кеше), Ҡыңғыр-Мәнәүез (1,3 мең) һәм Айыт (1,2 мең) ауылдары.

Район Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Рельефы тар арҡаларҙан һәм төп тоҡомдары асыҡ күренгән текә битләүле үҙәндәрҙән тора. Киртләсле битләүҙәр һәм яңғыҙ конус рәүешле убалар хас. Төньяҡ өлөшө — Башҡорт көмбәҙенең ситке зонаһы сиктәрендә, көньяҡ өлөшө Көнсығыш Европа платформаһының көньяҡ‑көнсығыш битләүе сиктәрендә ята. Балсыҡ һәм кирбесле ҡомло балсыҡ (Айыт, Ҡушйылға), нефть ятҡылыҡтары (Дим, Сатай, Шкапов нефть ятҡылығы һ.б.), ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтары (Ҡушйылға) асылған. Климаты континенталь, уртаса дымлы. Уртаса йыллыҡ т‑ра 2°С, ғин. уртаса т‑ра −16°С, июлдә 19°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 500—600 мм, йылы осорҙа 350 мм. Райондың төньяҡ‑көнбайышында Ыҡ й. башлана, көньяғында ҡушылдыҡтары м‑н Дим й. аға. Йыуылған һәм карбонатлы типик ҡара тупраҡ таралған, ҡараһыу һоро урман тупрағы осрай. Урмандар район майҙанының 11%‑ын биләй, терр‑яның күпселек өлөшө һөрөлгән. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы дала һәм урман төрҙәренән тора. Бишбүләк заказнигы ойошторолған.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 161,4 мең га (дөйөм майҙандың 75,6%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 90,2, сабынлыҡтар — 16,4, көтөүлектәр — 54,8; урмандар майҙаны — 28,9, ер өҫтө һыуҙары — 0,6. Район Урал алды дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [24 АХПК, 93 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы, һарыҡ, сусҡа үрсетеүгә махсуслаша. “Башнефть—Ишембай” АНК‑ның ААЙ нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. “Газспецстрой”, “Бижбулякмолоко” ЯСЙ‑лары, “Хлебокомбинат” ПБ, МТС (Ергән а.), юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы эшләй. Район терр‑яһынан Куйбышев т. юлы (Абдулла—Өфө участкаһы), Ҡырғыҙ-Миәкә—Бишбүләк автомобиль юлы үтә. Б.р. көнбайыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда ПУ, 27 дөйөм белем биреү мәктәбе (ш. иҫ. Бишбүләк урта мәктәбе №1), 15 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, муз. мәктәбе, балалар спорт мәктәбе, балалар ижады үҙәге; Үҙәк район дауаханаһы, шәфҡәт туташы хеҙмәте дауаханаһы, дөйөм практика табибы үҙәге, 37 фельдшер‑акушерлыҡ пункты; 66 клуб учреждениеһы, Бишбүләк музейы, Хәкимов К. музейы, Ф.Кәрим, И.А.Петрова һәм Б.Ғ.Имашев музейҙары бар. 4 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. “Светлый путь” гәз. сыға.

Ғ.Ә.Ғафаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

БИШБҮЛӘК РАЙОНЫ картаһы

Яндекс.Метрика