БУРТАСТАР, фаразланыуынса, төрки ҡәбиләләр берләшмәһе. Урта быуат авторҙары хеҙмәттәрендә (Ибн Руста, Истахри, Ибн Хаукаль, Масуди һ.б.) телгә алына. Формалашыу өлкәһе — Волга й. урта ағымының уң яры, тип фаразлайҙар Археолог А.Х.Халиҡов фекере б‑са, Б. 8—9 бб. тиклем Көньяҡ Урал һәм Арал диңгеҙе араһында йәшәүсе фин-уғыр ҡәбиләләре берләшмәһе; Б.Н.Заходер һәм М.З.Зәкиев б‑са, Б. — төрки телле ҡәбиләләр берләшмәһе. Г.Е.Афанасьев һәм Р.Ғ. Кузеев Б. һинд-иран ҡәбиләләре берләшмәһе тип билдәләй; Кузеев фекеренсә, Б. этногенезында 8 б. уртаһында Төньяҡ Кавказдың тау алды зонаһынан Дон й. урта ағымы эргәһенә күскән алан‑астар ҡатнаша. 9—10 б. башында — Хазар ҡағанаты, 10 б. аҙ. — 13 б. Волга буйы Болғары составына инә. Б. төп хужалыҡ тармағы булып һабан игенселеге, малсылыҡ (башлыса дөйә, һыйыр малы һәм ваҡ мал үрсеткәндәр), солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ һанала. Волга-Урал төбәге халыҡтарының (башҡорттар, Волга буйы болғарҙары, мишәрҙәр, мордвалар, Себер татарҙары һ.б.) этномәҙәни үҫешенә йоғонто яһағандар.

Әҙәб.: Заходер Б.Н. Каспийский свод сведений о Восточной Европе. В 2 т. Т.2. Булгары, мадьяры, народы Севера, печенеги, русы, славяне. М., 1967; Афанасьев Г.Е. Буртасы //Исчезнувшие народы. М., 1988; Кузеев Р.Г. Народы Среднего Поволжья и Южного Урала. Этногенетический взгляд на историю. М., 1992; Закиев М.З. Происхождение тюрков, татар. М., 2003.

Н.А.Мәжитов, А.Ф.Йәминов

Тәрж. М.С.Ҡунафин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика