БУРТАКОВКА, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Әләгәҙ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 16 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 122 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 34 кеше; 1920 — 27; 1939 — 204; 1959 — 343; 1989 — 270; 2002 — 289; 2010 — 248 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 20 б. башында Златоуст өйәҙе Оло Ҡошсо улусы Салйоғот а. кешеләре нигеҙ һала. 1906 й. Буртаков утары булараҡ теркәлгән. 1929 й. алып Мәсәғүт с‑зы ойошторолғандан һуң, С‑здың өсөнсө бүлексәһе ҡасабаһы тип иҫәпкә алынған. 60‑сы йй. уртаһынан хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика