АБРАМОВ Алексей Фёдорович (31.12.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Даниловка а.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. нояб. Калинин фронтында 17‑се гвардия уҡсылар див. 45‑се гвардия уҡсылар полкы уҡсыһы, 1944 й. алып Көнбайыш һәм 2‑се Белоруссия фронттарында 8‑се гвардия механизацияланған корпусы 116‑сы гвардия танк бригадаһының танк ротаһы десантсыһы булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н 1945 й. Кёнигсберг, Данциг һәм Берлин ҡҡ. (Германия) өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. 1945 й. демобилизациялана. 1946—75 йй. Кокангяк ҡ. шахтёр. 1976 й. башлап Джалал‑Абад ҡ. (Ҡырғыҙстан), 1997 й. — Липецк өлк. Дон а. йәшәй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1‑се (1946), 2‑се (1945 й. апр.) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың ғин.) дәрәжә Дан, 3‑сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1972) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018