БУРНЫШ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡайынлыҡ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 62 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Кәлтәй й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 236 кеше; 1920 — 259; 1939 — 333; 1959 — 307; 1989 — 163; 2002 — 160; 2010 — 197 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Яңы Ҡайынлыҡ мәктәп-интернаты филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1762 й. һәм 1781 й. араһында Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са мариҙар нигеҙ һала. 1865 й. 23 йортта 118 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Ә.З.Әсфәндиәров

Текст на русском языке

Тәрж.Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика