БИШБАРМАҠ, ҡуллама, башҡорт аш‑һыуының традицион аҙығы. Яңы һуйылған һимеҙ һарыҡ йәки йылҡы итенән (ҡайһы берҙә ҡаҙы өҫтәп) әҙерләнә. Итте бешереп, киҫәктәргә турайҙар. Тоҙлоғон айырып алғандан һуң, һурпаһында һалма бешерәләр. Ит м‑н һалманы табаҡҡа һалып, өҫтөнә тоҙлоҡ ҡоялар, һуңынан касаларҙа ҡорот ҡушылған һурпа бирәләр. Ғәҙәттә аҙыҡты ҡул м‑н ашайҙар. Б. м‑н һоғондороу йолаһы бәйле булған, уға ярашлы, хужалар һәм ҡунаҡтар, айырым иғтибар билдәһе күрһәтеп, бер‑береһен ит киҫәктәре м‑н һыйлаған. Ҡаҙаҡ, нуғай, татар һ.б. аш‑һыуында таралған.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика