БИШАУЫЛ‑УҢҒАР УРТА МӘКТӘБЕ, Ҡырмыҫҡалы р‑ны. 1911 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ-башҡ.) булараҡ нигеҙ һалына. 1917—20 йй. эшләмәй, 1920 й. алып 1‑се баҫҡыс, 1929 й. — 2‑се баҫҡыс дөйөм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1937 й. — урта, 1965 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1990 й. хәҙ. статусын ала. Китапханаһы, компьютер класы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, ағас эше‑слесарь һәм тегеү оҫтаханалары, спорт залы бар. Мәктәп м‑н Р.С.Искәндәров, Ф.Ә.Иҫәнғолов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Уҡыу йортон 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында Р.Н.Байымов, Р.И.Камалов, Т.Ә.Килмөхәмәтов, С.А.Ҡунаҡбаев, Р.З.Низамов.

И.М.Вәлиев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика