БӨТӘ БАШҠОРТ ХӘРБИ СЪЕЗЫ (1‑се),1919 й. 20—21 февр. Орск өйәҙе Темәс а. үткәрелә. Башҡорт ғәскәре командующийы Ә.Ә.Вәлидовтың 1919 й. 16 февр. бойороғо б‑са йыйыла. Съезд эшендә Башҡ. ғәскәренән 92 делегат (хәрби подразделениеларҙың дөйөм йыйылыштарында һайлана), Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт мәркәз шураһы ағзалары ҡатнаша. Съезд Башҡ. респ. соц.‑сәйәси хәл, совет власы м‑н һөйләшеүҙәр барышы, ваҡытлы революцион ком‑т төҙөү, башҡ. частарын үҙгәртеп ҡороу т‑да доклад тыңлай. Съезд башҡ. ҡораллы көстәренең төп өлөшө совет хөкүмәте яғына сығыуын һәм РСФСР составында Башҡ. Совет Авт. Респ. барлыҡҡа килеүен иғлан итеүҙе хуплай. Съезда 12 ағза һәм 6 кандидат составында Башҡ. респ. Ваҡытлы революцион ком‑ты (ҡара: Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты) һайлана. Съезд Президиумы рәйесе — И.С.Алкин.

Әҙәб.: Национально‑государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): док. и материалы. В 4 т. Т.2. Ч.1. Уфа, 2002.

М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика