БУРКСЕР Евгений Самойлович (23.7.1887, Одесса ҡ. — 25.6.1965, Киев), геохимик. Украина ССР‑ы ФА мөхбир ағзаһы (1925). Фәнни хеҙмәттәре минераль һыуҙар, минераль ләм гидрохимияһы һәм геохимияһы, һирәк һәм тарҡау элементтар химияһы һәм уларҙы алыу технологияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, тәбиғи объекттарҙың радиоактивлығын өйрәнеү һәм тау тоҡомдарының абсолют йәшен асыҡлау ысулдарын эшләүгә арналған. Украина ССР‑ы ФА Өфөгә эвакуацияланған осорҙа (1941—43) БДМИ‑ла дөйөм химия каф. мөдире. Б. етәкс. Ҡандракүлдең, Красноусол минераль һыу сығанаҡтарының минераль ләме, Асы минераль һыу сығанағы һ.б. өйрәнелә. Башҡ‑н геология идаралығы хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә хәрби техниканы маскировкалау өсөн ҡоро минераль буяуҙар әҙерләү ысулдары эшләнә һәм Өфөлә уларҙы етештереү ойошторола.

М.А.Сәйетова

Текст на русском языке

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Яндекс.Метрика