АБРАМЗОН Леонид Семёнович (21.2.1934, Харьков — 25.11.1986, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1985). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй, 1971—86 йй. ӨНИ‑лә уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге үҙле һәм ҡатыусан нефть һәм нефть продукттарын ҡыуыу гидромеханикаһы, йылылыҡ алмашыныу проблемаларын өйрәнеү, уларҙы йөрөтөү һәм һаҡлауҙың иң ҡулай технологияларын уйлап табыу м‑н бәйле. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Эжекторная выкачка нефтепродуктов с высокой упругостью паров. М., 1961 (авторҙ.); Трубопроводный транспорт высоковязких и высокозастывающих нефтей. М., 1968 (авторҙ.); Динамика вязкой несжимаемой жидкости. Расчёт простых и сложных трубопроводов. Уфа, 1980 (авторҙ.).

С.Л.Лебедева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке