БИШ УБА I, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4 б. ҡарай. Хәйбулла р‑ны Петропавловка а. төньяҡ‑көнсығышҡа 5 км һәм Йылайыр р‑ны Суртанүҙәк а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта бейек Биш Уба һыртында урынлашҡан. 1970 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла, 1992—93 йй. Б.Б.Агиев тикшерә. Көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай теҙелгән 5 ҡурғанлы ҡәберлектән (диам. 10—40 м, бейеклеге 0,3—3 м) тора. Тикшерелгән ҡурғандарҙың (4) һәр береһендә 1—7 айырым һәм күмәк ҡәбер табылған. Ағастан эшләнгән сатыр тибындағы ҡәбер өҫтө ҡоролмаһы (10×12 м) асыҡланған. Мәйеттәр тәрән ҡәбер соҡорҙарына салҡан ятҡырып, баштары м‑н көньяҡҡа йәки көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Керамика тальк һәм слюда ҡушылған балсыҡтан яһалған һәм горизонталь һыҙаттар м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәбергә уҡ башаҡтары һәм тәгәрмәс рәүешендәге суҡтар, бронза беләҙек, тотҡалы түңәрәк бронза һәм көмөш көҙгөләр (ҡайһылары сүкеп эшләнгән орнамент м‑н биҙәлгән), ҡыҫҡа тимер ҡылыс, алтын муйынсаҡ, грифон башы төшөрөлгән айылдар һәм ҡыңғырау рәүешендәге суҡтар, таш ҡорбанлыҡ өҫтәлдәре, һабына ҡоралай төшөрөлгән һөйәк ҡалаҡ һалынған. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Агеев Б.Б., Сунгатов Ф.А., Вильданов А.А. Могильник Биш‑Уба I //Уфимский археологический вестник. Уфа, 1998. Вып.1.

Ф.А.Сөнғәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика