БУРЗЯНЦЕВ Александр Данилович [19.10.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Яңы Преображенка утары (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 25.5.1997, Өфө], рәссам. РСФСР‑ҙың атҡ. (1989), БАССР‑ҙың халыҡ (1979) һәм атҡ. (1966) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1958). Пенза һынлы сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1951; педагогы — И.С.Горюшкин-Сорокопудов) Йылайыр урта мәктәбендә рәсем һәм һыҙым уҡытыусыһы. 1952 й. алып Өфөлә йәшәй, “Башхудожник” ширҡәтендә (ҡара: Ижади-производство комбинаты) эшләй.

Б. ижадында 19 б. 2‑се ярт. урыҫ пейзаж мәктәбе традициялары дауам ителә. Б. донъяны романтик планда ҡабул итеүе төрлө төҫтәргә бай картиналарҙа сағылыш таба. “Иҫке Урал ҡаласығы” (1957) һүрәте рәссамдың төп темаһын — Урал тәбиғәтен — билдәләй. Был темаға ул ғүмере буйына мөрәжәғәт итә: “Эҫем ҡаласығы” (1959), “Бианка йылғаһы буйында” (1960), “Ҡандракүлдә” (1966), “Ҡариҙел буйында” (1974), “Йүрүҙәндә”, “Йылайыр”, “Уралда ҡыш” (бөтәһе лә — 1986), “Боҙ киткәндә” (1996). 60‑сы йй. аҙ. Суздаль ҡ. (“Суздалдә яҙ”, 1968), Б.Л.Пастернактың (“Переделкинола”, 1975), М.Ю.Лермонтовтың (“Йондоҙ ҙа йондоҙ менән һөйләшә”, 1993) тормошо һәм ижадына ҡағылышлы иҫтәлекле урындарға сәйәхәт тәьҫораттарын сағылдырған ижади эштәре барлыҡҡа килә. Б. ҙур эш циклын С.А.Есенинға арнай: “Есенин йортонда”, “Константинов ауылы”, “Яҙғы көн. Шағир баҡсаһы” (бөтәһе лә — 1970), “Зәңгәр сың” (1972), “Т.Ф.Есенина иҫтәлегенә” (1980), “Ҡайындар бөрөләнгәндә” (1995) һ.б. 1987 й. М.Кәримдең тыуған яғында “Келәш” этюдтар циклын (1987), “Зыярат” (1987), “Бында М.Кәрим тыуған” (1988) һ.б. пейзаждарын ижад итә. Б. ижадында Өфөнөң С.Т.Аксаковҡа бәйле иҫтәлекле урындары ла сағыу образлы кәүҙәләнеш таба: “С.Т.Аксаков тыуған урын” (1989), “Бында С.Т.Аксаков уҡыған” (1990). Өфөгә уның “Ағиҙел өҫтөндә” (1984), “Покров сиркәүе” (1992), “Иҫке Өфө. Тәүге ҡар” (1995) һ.б. эштәре арналған. 1953 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Константинов а., Мәскәү, Нефтекама, Пенза, Өфө ҡҡ. 10‑дан ашыу (1974 й. алып). Б. эштәре БДХМ‑да, Третьяков галереяһында (Мәскәү), Урыҫ музейында (С.‑Петербург), Ҡораллы Көстәрҙең Үҙәк музейында, Рәсәй һәм сит ил музейҙарында һәм шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1986).

Әҙәб.: Нехорошев Ю.И. А.Д.Бурзянцев: каталог. М., 1979; А.Д.Бурзянцев: очерк, иллюстрации, каталог/авт.‑сост. В.М.Сорокина. Уфа, 1998.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика