БИШ ЙӨҘ ҺИКҺӘН ЕТЕНСЕ ГАУБИЦА АРТИЛЛЕРИЯ ПОЛКЫ, 1943 й. февр.—апр. Көньяҡ Урал хәрби округы командующийы бойороғо б‑са БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Алкин а. төҙөлә. Полк составына 3 дивизион, махсус подразделениелар ингән. Полк майҙан — Калинин фронтының 22‑се, нояб. — 39‑сы армиялары, окт. — 1‑се Балтик буйы фронтының 39‑сы, 1944 й. июненән 4‑се удар армиялары составына инә. Бөйөк Ватан һуғышы барышында 1943 й. — Смоленск, 1944 й. — Полоцк, Режецк-Двинск, Рига һәм Мемель, 1945 й. Курляндия операцияларында ҡатнаша. 1945 й. таратыла. Полктың 650 яугиры орден һәм миҙалдар м‑н бүләкләнгән. Ком.: майор Пушкарёв (1943 й. марты—?), подполк. Першин (?—1945).

Әҙәб.: Бикмеев М.А. Башкортостан в годы Второй мировой войны 1939—1945. Уфа, 2000.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика