БИТУМДАР (лат. bitumen — тау ыҫмалаһы), юғары молекуляр углеводородтар (майҙар), ыҫмалалар һәм асфальтендарҙың ҡатмарлы күп компонентлы ҡатнашмалары. Тәбиғи һәм яһалма (техник) Б. айыралар. Тәбиғи Б. ғәҙәттә органик сығышлы, янар файҙалы ҡаҙылмалар (каустобиолиттар) һәм ултырма тау тоҡомдары составына инә. Башлыса нефтле һәм газлы райондарҙа осрай. Сығышы б‑са улар нефттең ашалыуынан (мальта, асфальт, асфальтит һ.б.), һирәгерәк органик матдәләрҙең магма йылыһы тәьҫирендә газға әйләнеүенән хасил булған тәбиғи продукттар. Составтарына 40—65%‑ҡа тиклем май һәм 35%‑тан кәм булмаған асфальтлы-ыҫмалалы матдә инә. Яһалма Б. — ауыр нефть ҡалдыҡтарын эшкәртеп (нефть Б.) йәки таш күмер һәм һоро күмер, торфҡа экстракция уҙғарып (янар ҡаты ҡаҙылма Б. йәки ҡаты яғыулыҡ Б.; башлыса тау балауыҙын алыу өсөн сеймал булып тора), айырып алынған продукттар. Консистенцияларының ҡаты, ярым ҡаты һәм шыйыҡ хәлдә булыуы, юғары кимәлдәге йомшаҡлығы, йылыға һәм һалҡынға сыҙамлылығы, адгезия һ.б. үҙенсәлектәре м‑н айырыла.

Башҡортостанда Урал алды бөгөлөнөң Воскресенка, Дыуан, Ҡаҙаяҡ һәм Шахтау зоналарында, Уралдың көнбайыш битләүендәге Инйәр, Елмәрҙәк, Ямантау зоналарында һәм респ. платформа өлөшөндәге Сергеевка-Дим, Таутөмән-Урман һәм Ҡолтүбә зоналарында 35—480 м тәрәнлектә ятҡан йәки урыны м‑н ер өҫтөнә сыҡҡан сәнәғәттә үҙләштереү өсөн перспективалы (Б. миҡдары 1,0%‑тан алып 3,0—3,5%‑ҡа тиклем) битумлы тау тоҡомдары барлығы асыҡланған. Улар аҫҡы һәм өҫкө пермь йәшендәге ултырма ҡатламдарына тура килә. Битумлы тау тоҡомдарының (ҡом, ҡомташ, доломит) физик‑химик үҙенсәлектәре уларҙың литологик составы һәм Б. м‑н туйындырылыуы аша билдәләнә; уларҙағы Б. миҡдары юл төҙөлөшөндә файҙаланылған асфальтлы бетон һ.б. ҡатышмалар етештереү өсөн етерлек. Көньяҡ Татар көмбәҙенең (Аҙнай зонаһы) өҫкө пермь ҡатламдарында ш. уҡ 40—220 м тәрәнлектә ятҡан айырым линзалар рәүешендә 18 м ҡалынлыҡтағы ҡатламлы (Б. миҡдары әле билдәләнмәгән) мальта тибындағы тәбиғи Б. ятҡылыҡтары барлығы асыҡланған. Тәбиғи Б. Ишембай ятҡылығы күберәк өйрәнелгән, уны 20 б. 30‑сы йй. башында Башҡ‑н геол. разведка тресы (ҡара: “Башкиргеология”) хеҙм‑рҙәре тикшерә; Б. миҡдары (14,0—47,9%), тығыҙлығы (983 кг/м3) һәм баланс запастары билдәләнә. БР‑ҙа юғары сифатлы Б. бөтә төрҙәрен етештереү үҙләштерелә. Гудронды һауа кислороды м‑н 250—280°С‑та окисландырып (окисланған Б.), юғары кимәлдә көкөртлө һәм ыҫмалалы нефттәрҙән алынған мазутты вакуум аҫтында ҡуйыртып (ҡалдыҡ Б.), гудронды туранан‑тура асфальтһыҙлаштырыу юлы аша (тондоролған Б.), юғары т‑рала иреүсән асфальт м‑н нефттең ҡалдыҡ фракцияларын ҡатнаштырып (компаундланған Б.) алалар. Юл һәм сәнәғәт төҙөлөшөндә тоташтырыусы матдәләр сифатында, гидроизоляция һәм түбә материалдарын эшләү, үткәргес торбаларҙы коррозиянан һаҡлау, аккумуляторҙар батареяһын ҡойоп көпләү, битумлы мастика һәм лактар (ҡара: Лак һәм лак-буяу материалдары) алыу өсөн файҙаланалар. Ҡулланыусылар — БР һәм РФ, яҡын сит ил пр‑тиелары. 60‑сы йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда илдә сәнәғәттең нефть эшкәртеү тармағында Б. производствоһын ойоштороу проблемаһы өйрәнелә башлай; институттың нефть Б. бүлегендә (һуңынан ул ил күләмендә төп үҙәккә әйләнә) фундаменталь тикшеренеүҙәр үткәрелә: төрлө тәғәйенләнешле Б. етештереүгә яраҡлылығы б‑са эшкәртелеүсе нефттәрҙең классификацияһы төҙөлә; оптималь сеймал эҙләүгә, Б. етештереү технологияһының варианттарын һәм уларҙың сифаты м‑н идара итеү ысулдарын һайлап алыуға йүнәлтелгән фәнни алымдар һәм ысулдар уйлап табыла. Б. етештереү ҡулайламаларын проектлау һәм реконструкциялау б‑са тәҡдимдәр, ил күләмендә сығарылған Б. продукцияһына яңы ГОСТ һәм техник талаптар төҙөлә (С.Л.Александрова, И.Б.Грудников, Б.Г.Печёный, В.В.Фрязинов, Р.С.Әхмәтова). “Уфанефтехим” ААЙ‑нда ҡалдыҡ һәм компаундланған Б. етештереү технологияһы уйлап табыла һәм үҙләштерелә (Ю.А.Кутьин, С.С.Мингәрәев, И.Р.Хәйрудинов). Нефть техник университетында окисланған Б. алыу технологияһын камиллаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Н.Г.Евдокимова, Ә.Ф.Ишкилдин, Ф.Ш.Хафизов). Респ. ғалимдарының уйлап табыуҙары 60—90‑сы йй. Б. ҡулайламаларын төҙөүҙә һәм реконструкциялауҙа файҙаланыла; ил күләмендә (Башҡортостан нефтехимия компанияһы пр‑тиелары м‑н бергә) 16 Б. производствоһы сафҡа индерелә, сит илдәрҙә — 9 (Һиндостан, Куба һ.б.).

Әҙәб.: Гун Р.Б. Нефтяные битумы. М., 1973; Вопросы производства и качества нефтяных битумов //Сборник трудов БашНИИНП. Уфа, 1976. Вып.15.; Грудников И.Б. Производство нефтяных битумов. М., 1983; Месторождения природных битумов. М., 1983; Печёный Б.Г. Битумы и битумные композиции. М., 1990.

Ә.Ф.Ишкилдин, Э.М.Юлбарисов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика