БИСЕРТ ЗАВОДЫ, 1760 й. Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, һатып алынған) ерҙәрҙә Бисерт й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында Г.А.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: 1760—1805 йй., 1829—35 йй., 1843—73 йй. Демидовтар, 1805—19 йй. Зеленцовтар, 1819—29 йй., 1879—97 йй. ҡаҙна, 1835—43 йй. Дәүләт заём банкы, 1873—79 йй. Г.М.Пермикин, 1897—1913 йй. А.Н.Ратьков‑Рожнов, 1913—18 йй. П.Г.Солодовников; 1918 й. национализациялана. Рәүҙе тау округына ингән. 1761 й. эшләй башлай. 18 б. аҙ. — 12 крица горны һәм 6 йәйеү сүкеше, 1880 й. 7 крица горны, 5 пудлинг һәм 3 иретеү мейесе була. 1773 й. ҡарай Б.з. 491 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре) иҫәпләнә; 1797 й. мастеровой һәм эшсе кешеләр (төп эштәрҙә) — 547, заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәр (ярҙамсы эштәрҙә) — 2258; 1890 й. эшселәр (ҡара: Эшселәр синыфы) — 480 (182‑һе завод эштәрендә, 298‑е ярҙамсы эштәрҙә); 1913 й. — 1132 (281‑е төп эштәрҙә һәм 851‑е ярҙамсы эштәрҙә). 1901 й. суйын етештереү башлана. Уртаса етештереүсәнлек — йылына 113 мең бот тимер һәм 362 мең бот суйын; макс. етештереүсәнлек — 339 мең бот тимер (1914) һәм 608 мең бот суйын (1913). Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында 1774 й. ғин. завод И.Н.Белобородов етәкс. баш күтәреүселәр отряды ҡулында була. 1773—75 йй., 1903 й. завод эшләмәй. 1930 й. металл эшкәртеү станоктарын ремонтлау б‑са пр‑тие итеп үҙгәртелә. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Свердловск өлк. Бисерт ҡсб урынлашҡан.

И.Н.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика