БИРЮКОВ Владимир Павлович (10.7.1888, Пермь губ. Першино а. — 18.6.1971, Свердловск ҡ.), тыуған яҡты өйрәнеүсе, диалектолог, фольклорсы. “Уралда революцияға тиклемге фольклор” (“Дореволюционный фольклор на Урале”; 1936) һәм “Урал үҙенең тере һүҙендә” (“Урал в его живом слове”; 1953) йыйынтыҡтарында Урал һәм Урал аръяғы халыҡтары ауыҙ‑тел ижадының жанр төрлөлөгө күрһәтелә, әкиәттәрҙең тулыраҡ варианттары, ҡыҙыҡлы шәхестәр т‑да тыуған яҡты өйрәнеү яҙмалары тәҡдим ителә. Урыҫ теле һөйләштәрен өйрәнеү м‑н шөғөлләнә, “Уралда халыҡ теле һүҙлеге”н (“Словарь народного языка на Урале”; баҫтырылмаған) төҙөй. 70‑се йй. башынан Силәбе яҙыусылар ойошмаһы инициативаһы м‑н Бирюков уҡыуҙары (Урал тыуған яҡты өйрәнеүселәренең фәнни‑ғәмәли конференцияһы) үткәрелә. 1‑се Бирюков уҡыуҙарында (Силәбе, 1973) Б. ис. премия булдырыла, уның лауреаттары араһында Башҡортостан яҙыусылары, ғалимдары һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәре бар: М.Ғ.Рәхимҡолов, С.Ғ.Сафуанов, В.А.Скачилов, Ю.А.Узиков, М.А.Чванов, Ә.З.Әсфәндиәров, Б.Ғ.Әхмәтшин һ.б.

Әҫәрҙ.: Фольклор Урала. Челябинск, 1949; Крылатые слова на Урале. Свердловск, 1960; Записки уральского краеведа. Челябинск, 1964.

Әҙәб.: Шмаков А.А. Уральский краевед. Челябинск, 1963.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика