БИРЮКОВ Виктор Иванович (5.6.1930, Белорет ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1972), проф. (1991). РФ урман сәнәғәтенең атҡ. хеҙм‑ре (1998). Ленинград технология целлюлоза‑ҡағыҙ сәнәғәте ин‑тын тамамлаған (1953). 1956 й. башлап — Ленинград ҡағыҙ яһау машиналары эшләү ҒТИ‑нда, 1957 й. — Себер технология ин‑тында (1960 й. алып химик етештереү процестары һәм аппа- раттары каф. мөдире, Красноярск ҡ.), 1961 й. — Свердловск ағас эшкәртеү ҒТИ‑нда (1963 й. башлап лаб. етәксеһе), 1969—77 йй. Бөтә Союз ағас эшкәртеү сәнәғәте ҒТИ‑нда (лаб. етәксеһе, 1972 й. алып дир., Балабаново ҡ.), бер үк ваҡытта 1972 й. башлап Бөтә Союз “Союзнаучлитпром” ҒПБ‑нда (фән б‑са, 1977 й. алып фәнни, конструкторлыҡ һәм проектлау эштәре б‑са ген. дир. урынбаҫары, Мәскәү өлк. Подрезково ҡсб) эшләй. 1990—96 йй. Бөтә Союз урман сәнәғәтенең етәксе хеҙм‑рҙәре һәм белгестәренең квалификацияһын күтәреү ин‑тында ағас эшкәртеү производстволары каф. мөдире, 1999— 2007 йй. Дәүләт урман сәнәғәте ком- плексының фәнни үҙәгендә (2001 й. алып бүлек мөдире, бөтәһе лә — Мәскәү), бер үк ваҡытта 2006—08 йй. “Группа Вудвэй” ЯСЙ‑нда (Мәскәү өлк. Химки ҡ.) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге целлюлоза‑ҡағыҙ һәм ағас эшкәртеү өлкәһендәге тикшеренеүҙәр м‑н бәйле. Б. етәкс. ағасты химик‑механик эшкәртеү өсөн технологик процестар һәм ҡорамалдар уйлап табыла. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 60 уйлап табыу авторы. Халыҡтар дуҫлығы (1981) һәм “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Справочник по древесно‑волокнистым плитам. М., 1981 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика