БУРЕНИН Владимир Алексеевич (30.8.1947, Вологда ҡ.), механик, математик. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (1997). РФ‑тың почётлы нефтехимигы (1998). Днепропетровск ун‑тын тамамлағандан һуң (1972) ӨДНТУ‑ла эшләй (2000—12 йй. хисаплау техникаһы һәм инженер кибернетикаһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы техник системаларҙың индивидуаль ҡалдыҡ ресурсын прогнозлауға бәйле. Б. мәғлүмәттәр базаһы алып барыуҙың заманса алымдарын берләштергән ябайлаштырылыусы мәғлүмәт-аналитик комплекстар эшләү ысулдарын уйлап таба, иҫкергән техник объекттарҙы йүнәтеү һәм аяҡҡа баҫтырыуҙы инвестициялауҙың оптималь стратегияларын формалаштыра. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Теория вероятностей. Уфа, 1995.

Р.Н.Бәхтизин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика