БУРЕНИН Алексей Александрович (21.10.1985, Өфө), спортсы. Парашют спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2005), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры. БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2008). Башҡ. физик культура ин‑тын тамамлаған (2010). Тау саңғыһы спорты б‑са СДЮШОР (тренеры А.Н.Шихалев) һәм Рәсәй ДОСААФ-ының авиация спорт клубы (тренеры И.Ш. Абдуллина) тәрбиәләнеүсеһе. 2004 й. алып Ю.А.Гагарин ис. “Һауа легионы” Хәрби-патриотик парашют клубы өсөн сығыш яһай (Өфө; тренеры Г.И.Манаев). Пара-ски б‑са шәхси зачётта донъяның (2011) һәм Рәсәйҙең (2001—02, 2005, 2007—09, 2013) абс. чемп., донъя чемпионаттарының көмөш призёры (2013‑14), команда зачётында донъя чемп. (2009), Донъя кубогының һәм Европа чемпионатының көмөш призёры (икеһе лә — 2008), донъя чемпионаттарының көмөш (2011, 2015) һәм бронза (2005, 2014) призёры. Парашют спорты б‑са шәхси зачётта донъя чемпионатының көмөш призёры (2010), Донъя кубогының бронза призёры (2013); команда зачётында донъя чемп. (2008, 2010, 2012), Донъя кубогын яулаусы һәм Европа чемп. (икеһе лә — 2013), донъя (2014) һәм Европа (2011) чемпионаттарының көмөш призёры. Пара-ски б‑са үҫмер спортсылар араһында шәхси зачётта донъяның абс. чемп. (2005), Донъя кубогының һәм Европа чемпионатының көмөш призёры (икеһе лә — 2008). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2002 й. алып).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика