“БУРЕВЕСТНИК”, РФ Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙм‑рҙәре профсоюзының Башҡ‑н респ. ойошмаһы физкультура-спорт клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1958 й. студенттарҙың “Буревестник” ирекле спорт йәмғиәте булараҡ ойошторола, 1991 й. алып Башҡ‑н респ. спорт клубы, 1998 й. — БР профсоюздарының “Буревестник” студенттар физкультура-спорт клубы, 2003 й. хәҙ. статусын ала. БР Мәғариф министрлығы һәм юғары уҡыу йорттары спорт ҡорамалдары базаһында бадминтон, баскетбол, бокс, волейбол, гандбол, гер спорты, дзюдо, еңел атлетика, йөҙөү, кикбоксинг, көрәш, мини-футбол, полиатлон, пуля менән атыу, самбо, саңғы ярышы, спорт аэробикаһы, спорт ориентиры, теннис, урыҫ лаптаһы һ.б. физкультура-спорт секциялары эшләй. “Б.” 250‑нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән. Тәрбиәләнеүселәре араһында — В.И.Варламов, И.И.Вилков, И.Ә.Гәрәев, Ф.К.Ғиззәтуллин, В.И.Ильин, С.М.Никишин, И.А.Соколов, А.А.Строкин, В.И.Таянович, А.Г.Черкасов. “Б.” м‑н тренерҙар А.П.Банников, В.К.Кяк, Г.И.Мокеев, Н.А.Попов, Н.А.Попова, Р.М.Әхмәтйәнов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Әҙәб.: Филипповых Н.Н., Романов В.М., Лукьянов Б.Г. Полвека со спортом. Уфа, 1999; Мокеев Г.И., Романов В.М. Гармония спорта и жизни. Уфа, 2004.

Тәрж. Г.М.Ҡотоева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика