БИРСКАЯ 3, ҡарабойҙай сорты. 1969—71 йй. В.Ф.Погодин һәм А.И.Сызранцева (БНИИСХ) тарафынан Калининская һәм Богатырь сорттарын һеркәләндереп, артабан күп тапҡыр индивидуаль һайлап алыу юлы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге яҡынса 1 м, йәшел, япраҡлылығы уртаса. Япрағы шыма, аҫ яҡтан бер аҙ төклө. Сәскәһе аҡ, һирәгерәк тоноҡ ал. Орлоғо көрән һәм ҡараһыу көрән. 1000 орлоғоноң ауырлығы 20—25 г, орлоғоноң тигеҙләнеше 40—50%, натураһы 550—640 г/л, ярылылығы 20—22%. Ярма сығышы 68—76%. Аҡһым миҡдары 14—15%. Сорт һыуыҡҡа, ҡоролоҡҡа һәм орлоғо ҡойолоуға сыҙамлы. Вегетация осоро 80— 108 көн. Уңдырышлылығы 21 ц/га (Маҡар дәүләт сорт һынау участкаһы, 1980). БАССР б‑са 1972 й. ҡулланылышҡа индерелгән, төньяҡ урман‑дала зонаһында һәм төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһында үҫтерелә.

А.М.Сабитов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика