БИРСКАЯ 2, ужым арышы сорты. 1971 й. В.Ф.Погодин (БНИИСХ) тарафынан Чкаловская 2 һәм Дотнувская сорттарын һеркәләндереп, артабан күп тапҡыр һайлап алыу юлы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 1,8 м тиклем. Башағының оҙонлоғо 10—12 см, оҙонса‑эллиптик формала, тығыҙ. Ҡылсығы уртаса, ярым таралыусан. Орлоғо һарғылт йәшел, төбөндә бер аҙ төксәле. 1000 орлоғоноң ауырлығы 24—30 г. Аҡһым миҡдары 10—12%. Сорт ҡышҡа, яҙғы ҡырауҙарға сыҙамлы. Уңдырышлылығы 34 ц/га (Бөрө тәжрибә‑производство хужалығы, 1978). БАССР б‑са 1975 й. ҡулланылышҡа индерелгән, төньяҡ урман‑дала зонаһында үҫтерелә.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика