АБРАЗИВ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ, материалдарҙы өҫкө йөҙҙөң юғары теүәллеген һәм сифатын тәьмин итеүсе абразивтар — юғары ҡатылыҡлы матдәләр (саҡматаш, корунд, алмас, боразон, кремний карбиды, эльбор һ.б.) — м‑н ҡырып эшкәртеү. Ҡул м‑н йәки станоктарҙа (металл ҡырҡыу станоктары һ.б.) башҡарыла. А.м.э. шымартыу, хонингылау, юғары сифатлы итеп шымартыу, еренә еткереп шымартыу һ.б. инә. Тоташмаған абразивтар (онтаҡ, паста) таҙартыу, фаскаларҙы йомролау һәм полировкалау өсөн, тоташҡан абразивтар (шымартыу түңәрәктәре, дискылары, ҡайраҡтары, таҫмалары) ҡырҡыу, үткерләү өсөн, биҙәү операцияларын башҡарған ваҡытта ҡулланыла. 20 б. 60‑сы йй. уртаһынан А.м.э. процестарын өйрәнеү Авиация техник университетында, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә һ.б. алып барыла. ӨДАТУ‑ла (С.И.Куликов, Ф.Ф.Ризуанов) А.м.э. режимдары уйлап табыла, хонингылау һәм еренә еткереп шымартыу станоктарының, ш. уҡ Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында, Күмертау авиация производство предприятиеһында һ.б. етештереү процесына индерелгән махсус технологик ҡорамалдарҙың конструкциялары камиллаштырыла.

Р.Ғ.Ҡоҙаяров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018