БИРСКАЯ 1, урман айрауығы сорты. 1993 й. В.И.Казачук, Р.С.Йәнекәев (БНИПТИЖиК) тарафынан БР флораһы үрнәктәренән күп тапҡыр күпләп һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Ҡыуағы ярым киң, уртаса тығыҙлыҡта, һабағы йомро, төҙ, бейеклеге 1,5 м тиклем. Япраҡлылығы тигеҙ (52—83%). Япрағы уртаса йомшаҡлыҡта, эре, ланцет формаһында, төҫө асыҡ йәшелдән ҡараһыу йәшелгә тиклем. Сәскәлеге — уртаса һирәклектәге һепертке. Орлоғо һорғолт һары. 1000 орлоғоноң ауырлығы 1,2 г. Сорт уртаса өлгөрөшлө, ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы, һоро һәм һабаҡ туты, онло ысыҡ м‑н аҙ зарарлана. Уртаса уңды- рышлылығы (ц/га): йәшел масса — 401,0, орлоҡ — 4,2; йәшел массала (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 5,7—7,2% сей протеин бар (Бөрө тәжрибә‑производство хужалығы, 1985—92). БР б‑са 1998 й. ҡулланылышҡа индерелгән, тау-урман зонаһында, төньяҡ урман‑дала зонаһында, төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһында һәм көньяҡ урман‑дала зонаһында үҫтерелә.

Ғ.Ҡ.Зарипова

Текст на русском языке

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика