БИРНӘ, игәт, никахҡа ингәндә ҡыҙ кешегә ата‑әсәһе йәки туғандары биргән мөлкәт. Башҡорттарҙа Б. ҡалым м‑н бергә ҡоҙалау ваҡытында һөйләшеп ҡуйылған (был осраҡта яҡтарҙың соц.‑иҡт. хәле иҫәпкә алынған). Йола хоҡуғы нормаларына ярашлы, Б. әҙерләү атай кешенең бурысы һаналған, ул мәрхүм булған осраҡта был бурысты өлкән ағаһы йәки олатаһы — ҡыҙ йәшәгән ғаиләнең башлығы — үтәгән. Б. мал‑тыуарҙан (инсе мал), көнкүреш кәрәк‑ярағынан (түшәк, йорт йыһазы, самауыр һ.б.), ҡышҡы һәм йәйге кейемдән (ҡара: Башҡорт кейеме), традицион биҙәүестәрҙән (беләҙектәр, һырғалар, сулпылар һ.б.), аҡсанан торған. Б. һәм ҡатын мөлкәтенән алынған бөтә табыш уның милке һаналған, ул уны үҙ ихтыярына ярашлы тотона алған. Ир теләге б‑са айырылышҡанда йәки ул мәрхүм булһа, ҡатын Б. һәм мәһәрҙең (шәриғәт б‑са ҡаралған, нигеҙҙә, милек рәүешендәге компенсация) түләнмәгән өлөшөн алған, ҡатындың вафатынан һуң Б. — балаларына, ә балаһыҙ булһа, ата‑әсәһенә тапшырылған.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика