БИРҘӘШ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Бирҙәш а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 100 км алыҫлыҡта Бирҙәш й. (Оло Һүрәм й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 918 кеше; 1920 — 1179; 1939 — 967; 1959 — 659; 1989 — 493; 2002 — 465; 2010 — 450 кеше. Сыуаштар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18—19 бб. араһында Исәт трактын хеҙмәтләндереү өсөн сыуаштар Ырымбур өйәҙендә нигеҙ һала. 1866 й. 97 йортта 574 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. сиркәү, миссионер мәктәбе теркәлгән.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика