БИРҘИН Ғәли Иркәбай улы [5.3.1907, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Байғужа а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 25.10.1973, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Гвардия капитаны. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1925 й. алып Стәрлетамаҡ кантонында, Маҡар р‑нында комсомол, партия һәм совет эшендә, 1933 й. — ш. уҡ райондың “Байғужа” к‑зы рәйесе, Маҡар һәм Ҡырмыҫҡалы р‑ндарында МТС директоры. 1941 й. сент. алып Резерв, Көнбайыш, Калинин, Көньяҡ‑Көнсығыш, Сталинград, Көньяҡ‑Көнбайыш һәм Ялан фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37‑се армия 92‑се гвардия уҡсылар див. 280‑се гвардия уҡсылар полкы уҡсылар батальонының сәйәси бүлек б‑са ком. урынбаҫары гвардия капитаны Б. 1943 й. 1 окт. Украина ССР‑ы Дериевка а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм 2 окт. Зелёный, Колодиевка һәм Куковка торама пункттары өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1944 й. отставкала. 1944—54 йй. һәм 1958—65 йй. — Ишембай р‑ны Байғужа а/с башҡарма ком‑ты, 1954—58 йй. Маҡар р‑нының “Ударник” к‑зы рәйесе. БАССР ЮС‑ының 2‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән. Байғужа а. урамға Б. исеме бирелгән.

Әҙәб.: Ҡолмөхәмәтов Х. Ғәли Бирҙин //Башҡортостан батырҙары. Өфө, 1959.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика