БИРҘЕҒОЛ, Белорет р‑нындағы ауыл, Инйәр а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 75 км һәм Юша т. юл ст. Т. табан 15 км алыҫлыҡта Һаҡатҡаҙы й. (Кесе Инйәр й. ҡушылдығы) буйында, Көньяҡ Урал ҡурсаулығында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 250 кеше; 1920 — 264; 1939 — 399; 1959 — 410; 1989 — 251; 2002 — 188; 2010 — 240 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Бинаһында башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет урынлашҡан. Соц.-мәҙәни үҙәк бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1776 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Һөйәрғол Бирҙеғолов билдәле. 1795 й. 10 йортта 56 кеше йәшәгән, 1866 й. 31 йортта — 214 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. В.И.Хажин ошо ауылда тыуған.

Ф.Әөхәммәҙиев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика