“БУРАТИНО”, Мәләүез р‑ны Александровка а. мәҙәниәт йортоноң балалар драма театры. 1984 й. театр түңәрәге булараҡ ойошторола, 1990 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 1997 й. “өлгөлө” исеме бирелә. Тәүге сәхнәләштергән әҫәре — С.В.Михалковтың “Өс сусҡа балаһы” (“Три поросёнка”) әкиәте б‑са В.В.Шуваевтың (БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, 1‑се художество етәксеһе һәм режиссёры) ш. уҡ исемле ҡурсаҡ спектакле. 1984—2010 йй. яҡынса 33 спектакль ҡуйыла: Шуваевтың киң билдәле әкиәттәр мотивтары б‑са “Буратино Айға оса” (“Буратино летит на Луну”), “Һыуыҡ бабай” (“Морозко”), “Йомро икмәк йыры” (“Песенка Колобка”) спектаклдәре һ.б. Ҡурсаҡ йөрөтөү һәм тере актёр оҫталығын берләштергән универсаль театр принциптары В.В.Шульжиктың “Антошка һәм гармун” (“Антошка и гармошка”), Шуваевтың “Ышанам” (“Верую”) һәм “Ғәжәп тамаша” (“Необыкновенное представление”), А.И.Хайт һәм А.Е.Курляндскийҙың “Эләгерһең әле!” (“Ну, погоди!”), М.А.Варфоломеевтың “Изге һәм гонаһлы” (“Святой и грешный”) спектаклдәрендә кәүҙәләнеш таба. Ролдәрҙе Александровка урта мәктәбе уҡыусылары башҡара. Рәссамдары: С.В. һәм Г.В. Балакиндар, И.К.Гусев; бейеүҙәр ҡуйыусы — В.М.Новоженина. Респ. балалар драма коллективтары смотрҙары лауреаты (Өфө, 1985, 1997; Мәләүез ҡ., 1987; Фёдоровка р‑ны Фёдоровка а., 1991; Күмертау ҡ., 2000; Октябрьский ҡ., 2001).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика