БИОХИМИЯ (био... һәм химия), биологик химия, организмдар составына инеүсе химик матдәләрҙе, уларҙың төҙөлөшөн, таралышын, үҙгәрешен һәм функцияларын өйрәнеүсе фән. Өйрәнеү объекттары б‑са кеше Б., хайуандар Б., үҫемлектәр Б. һәм микроорганизмдар Б. айырыла.

Кеше Б. Башҡортостанда биохимик тикшеренеүҙәрҙең башланыуы 1905 й. Өфөлә Пастер станцияһы (ҡара: “Иммунопрепарат”) асылыу м‑н бәйле. 1933 й. БДМИ‑ла биохимия каф. ойошторолғандан һуң, тикшеренеүҙәр системалы характер ала. Е.М.Губарев етәкс. химик факторҙарҙың аҙыҡ‑түлек сифатына тәьҫире, витаминдар етешмәүсәнлеге ваҡытында организмда төрлө биохимик күрһәткестәрҙең үҙгәреүе өйрәнелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БДМИ, И.И.Мечников ис. Өфө эпидемиология һәм микробиол. ҒТИ һәм респ. эвакуацияланған Украина ССР‑ы ФА ғалимдары септик ангина тыуҙырыусы ағыулы матдәләрҙең химик тәбиғәтен өйрәнә (Н.М.Пидопличко), баш мейеһенең ябыҡ травмаһы һәм һуғыш осоро невроздары булғанда матдәләр алмашыныуы боҙолоуы процестарын тикшерә (Н.И.Савченко, И.Ф.Случевский); пуля эләгеп һынған һөйәкте дауалау өсөн антиретикуляр цитотоксик сыворотканы (А.А.Богомолец) һәм биохимик реакциялар ярҙамында рак күҙәнәктәрен табыу методикаһын (И.Л.Вакуленко) эшләй һәм ғәмәлгә индерә. 50—70‑се йй. ҡымыҙға биохимик тикшеренеүҙәр үткәрелә (А.Ғ.Вәлиев), Башҡортостан шифаханаларының (“Красноусол”, “Янғантау” һ.б.) дауалау факторҙары өйрәнелә. 80‑се йй. балаларҙа бешеү осрағында матдәләр алмашыныуы боҙолоуын биохимик коррекциялау һәм химия сәнәғәте үҫешкән ҡалаларҙа йәшәгән халыҡ өсөн экологик хәүефтең биохимик күрһәткестәренә баһа биреү б‑са тәҡдимдәр (А.Й.Ғилманов, Ш.Н.Ғәлимов, Э.Ғ.Дәүләтов, Ф.Х.Камилов), Б. һәм цитохимия бүлегендә нәҫел ауырыуҙарын диагностикалауҙың молекуляр‑биол. алымдары (В.А.Вәхитов, Ю.А.Хавкин, Э.К.Хөснөтдинова, А.В.Чемерис һ.б.) эшләнә. Клиник Б. өлкәһендә йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары (Л.Т.Ғилметдинова, А.Н.Закирова, Н.Э.Закирова, Э.Ғ.Моталова һ.б.), бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк һәм башҡа вируслы патология (В.Б.Егоров, Л.А.Ибраһимова, Г.Х.Мирсаева һ.б.) патогенезының һәм патогенетик дауалауҙың молекуляр механизмдары өйрәнелә, экологик һәм токсикологик Б. өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә (С.А.Башкатов, Ғәлимов, Ғилманов, Дәүләтов, Д.Ф.Шакиров һ.б.), дарыу берләшмәләре тәьҫиренең биохимик механизмдары тикшерелә (Вакуленко, Камилов, Р.М. Кондратенко һ.б.).

Хайуандар Б. Тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. БАХИ‑ның а.х. хайуандары биохимияһы каф. башлана (Л.С.Пирогов, Г.И.Рогачёв). 50‑се йй. башынан һыйыр малы, һарыҡ, кәзә һәм тауыҡтарҙың ҡанына һәм үтенә (Р.Х.Авзалов, С.Б.Ғәниев, П.Я.Гущин, С.А.Ивановский, В.Н.Поляков, П.Т.Тихонов), сусҡа һөтөнә (В.Р.Хөсәйенов) биохимик тикшеренеүҙәр үткәрелә, матдәләр алмашыныу процестары өйрәнелә: углевод һәм липидлы — көйшәүсе хайуандарҙа һәм сусҡаларҙа (В.Н.Байматов, Х.Р.Борханов һ.б.), аҡһымлы — һарыҡтарҙа һәм быҙауҙарҙа (Е.И.Клевец, Т.П.Чудинова), минераль — көйшәүсе хайуандарҙа (Э.Р.Исмәғилева, Н.Ю.Мусина), интермедиарлы — ҡомаҡтарҙа (Е.С.Волкова). Дарыу препараттарының (адреналин, транквилизаторҙар), мал аҙығы өҫтәмәләренең, минераль тоҙҙарҙың, микроэлементтарҙың (иод, селен) һыйыр, һарыҡ, сусҡа, тауыҡ, ҡаҙ метаболизмы процестарына тәьҫирен өйрәнәләр (И.Р.Килмәтова, Н.Л.Нурмөхәмәтова һ.б.). 80‑се йй. алып БДУ‑ла кеше һәм хайуандар морфол., физиол. кафедраһында йорт ҡуяндарының һәм ҡомаҡтарҙың ҡанына биохимик тикшереү үткәрелә (В.А.Бароненко), 90‑сы йй. башлап стресс һәм экстремаль хәлдәрҙә кешенең һәм хайуандар ҡанының биохимик күрһәткестәре өйрәнелә (В.Ғ.Шамратова).

Үҫемлектәр Б. Тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. уртаһынан, БДУ‑ла үҫемлектәр физиол. һәм биохимияһы каф. ойошторолғандан һуң, үҫешә. Г.В.Заблуда етәкс. мөхиттең төрлө шарттарында үҫемлектәрҙең буйға тартылыу һәм үҫеш үҙенсәлектәре өйрәнелә. В.К.Конарев инициативаһы б‑са Биология институтында нуклеин алмашыныуы лаб. һәм БДУ‑ла Б. каф. ойошторолоуы респ. үҫемлектәрҙең генетик системаларына геном һәм генетик анализ (ҡара: Геном) үткәреү өсөн молекуляр маркировкалау б‑са тикшеренеүҙәр башларға булышлыҡ итә. Биохимия һәм генетика институтында 60‑сы йй. уртаһынан — культуралы үҫемлектәрҙең физиол. һәм Б. б‑са (Р.Р.Әхмәтов һ.б.), 80‑се йй. алып үҫемлектәрҙең мөхиттең насар факторҙарына ҡарата тотороҡлолоғоноң тәбиғи механизмдарын, специфик булмаған һаҡланыу реакцияһының, уларҙың регуляцияһының үҫеш маркерҙарын (Ф.М.Шакирова), үҫемлектәрҙең фитопатогендарға ҡарата тәбиғи һәм индуцирланған тотороҡлолоғо механизмдарын (И.В.Максимов, Р.М.Хәйруллин) асыҡлау б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Биол. ин‑тында үҫемлектәрҙең күҙәнәк ядроһы аҡһымдары (Э.А.Иванова), тупраҡтарҙың биохимик сифаттары һәм ферментатив әүҙемлеге (И.К.Хәбиров, Ф.Х.Хәзиев һ.б.) тикшерелә. Игендең һәм мал аҙығының сифатын билдәләү б‑са биохимик тикшеренеүҙәр м‑н Ауыл хужалығы институтында (З.К.Хәйретдинова, Б.П.Шиленко) һәм Аграр университетта (В.А.Печаткин, В.А.Сосновский) шөғөлләнәләр. БДУ‑ла үҫемлектәр гомеостазының физиол. һәм биохимик проблемаларын өйрәнәләр (Р.И.Ибраһимов, И.Ф.Шәйәхмәтов, А.А.Ямалеева һ.б.).

Микроорганизмдар Б. Тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. БДМИ‑ла башлана: дифтерия бактерияларының биохимик составы өйрәнелә. 50‑се йй. алып “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында (Е.В.Бобкова, Н.Н.Ворошилова, Р.Ш.Мағазов, В.Н.Мельников, Т.Ғ.Ниғмәтуллин) анатоксик сывороткалар нигеҙендә иммунопрепараттар етештереү технологияһын эшләү м‑н шөғөлләнәләр. БДУ‑ла микроорганизмдар гомеостазының физиол. һәм биохимик анализы проблемалары өйрәнелә (Н.Ә.Кирәева).

Әҙәб.: Ахметов Р.Р., Гилязетдинов Ш.Я., Брагинская Л.Л. Биохимические исследования //Наука в Советской Башкирии за 50 лет. Уфа, 1969; Дьяченко И.П. Научные направления и перспективы их развития на биологическом факультете //Вестник Башкирского университета. 1996. №3 (1); Минибаев Р.Г., Шкундина Ф.Б., Ахметов Р.Р. Некоторые направления развития биологии в университете: ботаника, альгология, биохимия и биотехнология //Шунда уҡ. 1997. №3 (1, 2).

В.Н.Байматов, В.Ю.Горбунова, Э.Ғәүләтов, Н.Ә.Кирәева, Ф.Әәғиҙуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика