БОЛДЫРЕВ Владимир Михайлович (27.5.1915, Пенза губ. Мухановка а. — 10.3.1998, Өфө), ветеринар врач. БАССР‑ҙың атҡ. ветеринар врачы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау зооветеринария ин‑тын тамамлаған (1938). 1950 й. алып респ. ветеринария клиникаһы дир., 1952—60 йй. баш ветеринар врачы һәм 1966—75 йй. БАССР А.х. министрлығының бүлек нач., 1960— 66 йй. Башҡ‑н ғилми-производство ветеринария лаб. директоры. Б. ҡатнашлығында респ. хужалыҡтарында бешмә, бруцеллёз, сусҡа һәм ҡош тағундары, туберкулёз эпизоотияһын бөтөрөү б‑са саралар үткәрелә; трихофитияға ҡаршы ТФ・-130 вакцинаһы индерелә. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1973). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1946, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1946), “Почёт Билдә .е” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Р.Н.Сәмиғуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика