БУРАНСЫ, Һаҡау, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Дыуан-Мәсетле а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 35 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 97 км алыҫлыҡта Ҡушҡаяҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 354 кеше; 1920 — 460; 1939 — 312; 1959 — 260; 1989 — 215; 2002 — 220; 2010 — 191 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 17 б. 40‑сы йй. Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. (Шәжәрә б‑са, Бикбулат Сөнсәләев нигеҙ һалған). 18 б. 70‑се йй. алып Ҡашҡаяҡ исеме м‑н иҫәпкә алынған, һуңыраҡ Б. (фаразланыуынса, ошо ауылда йәшәүсе Бурансы Дауытов исеменән) үҙгәртелгән. Шулай уҡ Манап исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 8 йортта 46 кеше йәшәгән, 1865 й. 43 йортта — 242 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, арба һәм сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика