БУРАНСЫ, ауыл, 1940 й. алып Ишембай ҡ. эсендә.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Әбйәлил һәм Өмөтбай Бурансиндар билдәле. 1834 й. һуң Түбәнге Бурансы бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәс, Үрге Бурансы булараҡ теркәлгән. 1795 й. 40 йортта 219 кеше йәшәгән, 1865 й. Үрге Б. (Хәбит) 39 йортта — 158 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, арба, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. алып Б. булараҡ иҫәпкә алынған. Халҡы: 1906 й. — 194 кеше; 1920 — 192; 1939 — 354 кеше. 1940 й. Ишембай р‑нының Күсәпҡол а/с ҡараған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика