БУРАНОВКА ТОРАҺЫ ҺӘМ ЯҘЫУҘАРЫ, таш быуат археологик ҡомартҡылары. Салауат р‑ны Яхъя а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан Йүрүҙән й. һул ярында, йылға кимәленән 15—20 м бейеклектә, асыҡ ҡая (бейеклеге 300 м) уртаһында урынлашҡан. Бурановка тораһы — ауыҙы төньяҡ-көн‑ сығышҡа ҡараған коридор (яҡынса 35 м) тибындағы мәмерйә. 1938—39 йй. С.Н.Бибиков тарафынан асыла һәм тикшерелә, 1976 й., 1981 й. В.Т.Петрин өйрәнә. Өҫкө балсыҡлы ҡараһыу ҡатламда керамика, бысаҡҡа оҡшаш бер нисә йәшмә пластина табылған, тәрәндәрәк неолит осоро ҡатын‑ҡыҙ ҡәбере асыҡланған. Мәйет салҡан ятҡырып, башы м‑н көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән; баш һөйәге ҡыҙыл охра тултырылған махсус ҡаҙылған бәләкәй генә соҡорҙа (тәрәнлеге яҡынса 10 см) урынлашҡан. Янбаш һөйәге һәм аяғы тәңгәлендә йәшел змеевиктан эшләнгән 35 эре суҡ табылған. 2—2,5 м тәрәнлектә һары балсыҡ ҡат ламында усаҡ ҡалдыҡтары булған үрге палеолит тораһы теркәлгән; нуклеустан 3 саҡматаш киҫәге һәм хайуан һөйәктәре табылған. Ҡыҙыл охра м‑н төшөрөлгән 2 һүрәт (ҡара: Ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр) асыҡланған. Бурановка яҙыуы I мәмерйә стенаһындағы 2 һүрәттән тора; Бурановка яҙыуы II — мәмерйә ауыҙы өҫтөнән 200 м радиуста урынлашҡан 4 һүрәт төркөмөнән. Ҡомартҡылар таш быуат осоронда Көньяҡ Урал халҡында рухтарға — тау эйәһенә — ышаныу (ҡара: Анимизм), һунарсылыҡҡа бәйле йолаларҙың үҫешкән системаһы булғанлығын дәлилләй.

Әҙәб.: Бибиков С.Н. Пещерные палеолитические стоянки бассейна р.Юрюзани (Южный Урал) //Краткие сообщения Института истории материальной культуры. М., 1940. Вып.3; шул уҡ. Неолитические и энеолитические остатки культуры в пещерах Южного Урала //Советская археология. 1950. Т.13; Петрин В.Т. Новые наскальные изображения Южного Урала //Шунда уҡ. 1984. №3.

В.Г.Котов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика