БУРАНҒОЛОВА Рәмилә Мөнәүәр ҡыҙы (11.6.1961, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Ҡандра-Ҡотой а.), спортсы. Еңел атлетика б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). “Хеҙмәт” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.П.Огородникова). 1981 й. алып “Спартак” ДСО‑һы, 1987 й. — Профсоюздар спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһай. Марафон йүгереүе б‑са Донъя кубогын (1991), экиден б‑са СССР һәм РСФСР Кубоктарын (1988) яулаусы, ярым марафон б‑са СССР һәм РСФСР чемп. (1990). Марафон йүгереүе б‑са асыҡ Азия чемпионатының — көмөш (1994), Изге ихтыяр уйындарының бронза (1990) призёры. Халыҡ-ара марафондар (Гавайи, АҠШ, 1996; Дубай ҡ., Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, 2000—01; Балтимор ҡ., 2004—05 һәм Лос-Анджелес ҡ., 2007, икеһе лә — АҠШ) еңеүсеһе. Ярым марафонда (команда зачётында) донъя чемпионатының көмөш призёры (1995). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1992, 1996). СССР (1987—91), БДБ (1992) һәм Рәсәй (1993—96) йыйылма командалары ағзаһы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика